Был турнирҙа Рәсәйҙең төрлө субьекттарынан 270-тән ашыу спортсы ҡатнашты, майҙан тотҡан көрәшселәралышын хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов күҙәтте.
Көрәш — башҡорттарҙың борондан килгән милли алышы. Майҙан тотҡан көрәшселәр билдән алышып, иң көслөнө асыҡлай. Әйткәндәй, көрәш башҡа төрки халыҡтарҙа ла таралған. Ул һабантуй һәм йыйындарҙың иң матур биҙәге. Был юлы майҙанға көс һынашырға 25 төбәктән 270 көрәшсе сыҡҡайны. Әйткәндәй, Артур Әхмәтхәнов иҫтәлегенә арналған турнир тәүге тапҡыр Салауатта үтте. Ярыштың тантаналы өлөшөнә курсанттар ҙа саҡырылғайны. Был күренеште аңларға ла була. Сөнки генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов бөтә ғүмерен полиция хеҙмәтенә арнап, йәш быуынды тәрбиәләүгә көс һала. Башҡортостандың Дәүләт инспекцияһы етәксеһе вазифаһынан хеҙмәт юлын башлаған Артур Әхмәтханов һуңынан республика Хөкүмәтендә көс блогы өсөн яуап биргәйне. Йәш саҡтан милли көрәш менән шөғөлләнгән Артур Әхмәтханов йәштәр менән дә тәжрибәһен теләп уртаҡлаша. Республикала көрәш спортын үҫтереүгә ҙур өлөшөн индергән генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов эшен дауам итеүселәр бөгөн дә бар. Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә ойошторолған ярыш көрәшселәрҙе генә берләштереп ҡалмай. Уның маҡсаты – киләсәк быуынды сәләмәтлеккә йәлеп итеү, остаздар







