Фекер алышыуҙы асып, АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте. Башҡортостан рейтингта алдынғы 20 төбәк иҫәбендә 11-се урынды биләй. Радий Хәбиров республикабыҙ тәжрибәһе, шул иҫәптән «Салют» Республика реабилитация үҙәге эше хаҡында һөйләне. «Кәртәләрҙе емереү» форумы хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе, был майҙансыҡ ата-әсәләр берләшмәһе менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдырырға ярҙам итте, тип билдәләне.
Ә мөһим ҡарарҙарҙың береһе-үҙ реабилитация техникаһын булдырыу буйынса эште көсәйтеү. Шулай уҡ Радий Хәбиров төбәктең идара итеү командаһының инклюзияны үҫтереү буйынса эшмәкәрлегенең нигеҙендә ятҡан принциптар хаҡында һөйләне һәм был ҙур процесс, тип билдәләне. Башҡортостанда 250 мең самаһы инвалид, шуларҙың 21 меңе — балалар. Шуға күрә, республикала инвалидтарға уңайлы йәшәү өсөн шарттар булдырыла һәм иң элек арабыҙҙа төрлө кешеләр барлығын аңлауҙы һәм ҡабул итеүҙе нығытабыҙ, тип белдерҙе.







