Бюджеттың төп күрһәткестәре

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Башҡортостандың киләһе өс йылға үҫешенә күҙаллау яһалды.
  • Бюджеттың төп күрһәткестәре
Төбәктең тулайым продукты 2028 йылға тиклем 3 триллион 600 миллиард һумға, айлыҡ уртаса эш хаҡы 98 мең һумға етер, тип көтөлә. Парламент депутаттары беренсе уҡыуҙа киләһе өс йылға бюджет тураһындағы закон проектын да ҡабул итте. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Бюджеттың төп күрһәткестәре хаҡында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.
Башҡортостан парламентының уҙып барған йылдағы һуңғы пленар ултырыштарының береһе айырыуса иғтибарҙа. Республиканың алдағы өс йылға социаль-иҡтисади үҫешенә күҙаллауҙар иғлан ителде. Субъект үҫешенең төп нигеҙҙәрен дә атау урынлы. Иҡтисад сәнәғәт, ауыл хужалығы, эшкәртеүгә, төҙөлөшкә таянасаҡ. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов төп индекстарҙы ла билдәләй. Мәҫәлән, 2028-се йылда Башҡортостанда айлыҡ уртаса эш хаҡы 99 мең һумға яҡынлар, тигән фараздар бар. Эшһеҙлек кимәле бер ярым проценттан артмаҫҡа тейеш.
Ә бына сәнәғәт тармағында етештереү бөгөнгө менән сағыштырғанда 16 процентҡа тиклем үҫәсәк. Тап ошо факторҙар Башҡортостан сәнәғәтенең тотороҡлоғон тәшкил итә. Ә килемдәр иһә, бюджет ныҡлығы. Башҡортостандың алдағы өс йылға бюджет проектына тәүге анализдар ҙа бар. Республика ҡаҙнаһы буш булмаясаҡ. Башҡортостан парламентының сиратағы ултырышында ҡаралған закон проекттары тураһында һүҙ алып барғанда, документтарҙың социаль йүнәлешле икәнлеген айырым әйтеүе фарыз. Был юлы, мәҫәлән, "Хәрби ҡотҡарыусылар" һөнәренә эйә булыусылар статусы аныҡланды. Хәҙер улар "Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға" тиңләштерелә.
Башҡортостандың Конституция Советы хәҙер яңы вәкәләттәргә эйә. Совет республика закондарының төп тупланмаһындағы документтарҙың нисек үтәлешен күҙәтеп кенә ҡалмай, ә хоҡуҡи акттарҙың граждандар мәнфәғәтенә нисек эшләүенә ентекле һәм даими тикшереп бара. Әйткәндәй, Конституция советының яңы вәкәләттәре Башҡортостан Конституцияһын үҙгәртеү, йәки уға өҫтәмәләр индереү түгел. Башҡортостанда һалым ҡануниәте, транспорт һалымы, хеҙмәт баҙарын көйләү – быларҙың барыһы ла парламент депутаттары ултырышына сығарылған хоҡуҡи акттар исемлегенән.
Парламент депутаттары "Башҡортостанда түләүһеҙ юридик ярҙам тураһындағы" законды ла үҙгәртеү яғында. Хәҙер республикала ошондай мөмкинлек менән өс һәм унында күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр ҡуллана ала. Башҡортостанда дини символарҙы хурлауға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш, тигән фекерҙә парламент депутаттары. Республикала "Выждан һәм дин тотоу иреклеге" тураһындағы закондың өсөнсө статьяһына үҙгәрештәр индереү ҙә ошоға бәйле. Документ ҡатмарлы яңғыраһа ла,уның нигеҙе диндарҙар хоҡуғын яҡлау. Хәҙер видео һәм фото материалдарҙа сиркәү көмбәҙҙәренә ҡуйылған тәреләр, мәсет манараларындағы ярым айҙарҙы күрһәтеү мотлаҡ.