Интернет селтәрен үҙенең иҫ киткес белемдәре менән хайран ҡалдырған сабыйға федераль каналдан саҡырыу ебәргәндәр. Вундеркинд бала тураһында хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов сюжеты.
Үҙенең 2 йәшендә Ева Лифанова 100-ҙән ашыу илде хәтерендә ҡалдырған. Ҡыҙҙың бер көнө лә китапһыҙ үтмәй. Ә флагтар менән эшләү – уның өсөн еңел генә күнекмә. Ева "Ҡыҙыл китаптағы" хайуандар, Ҡояш системаһындағы планеталар менән ҡыҙыҡһына. Ул хатта йыһанға бәйле теләһә ҡайһы һорауға яуап бирә. Бәләкәй аҡыл эйәһе мәғлүмәтте тәүлек эйләнәһенә үҙләштерә, үҙенә һеңдерә. Белемгә ынтылыш – уның девизы.
Әлеге ваҡытта ҡыҙ инглиз телен өйрәнә һәм тәүге көйҙәрен фортепианола уйнап маташа. Тәүге һүҙҙәрен ҡыҙ биш айында әйтһә, бер йәшендә тулы һөйләмдәр төҙөгән.
Еваны тәрбиәләү сере – ата-әсә һайлаған айырым ысул. Баланың үҫешенә асҡыс – белем алыуҙағы уйын формаһы. Екатерина әйтеүенсә, сабыйының үҙенсәлеген ул бик иртә, хатта, баланы йөрәк аҫтында йөрөткән ваҡытында асҡан. Ауырлы саҡта буласаҡ әсәй классик музыка тыңлаған. Ханым әйтеүенсә, балалар бәпес сағынан уҡ бөтәһен дә аңлай. Улар менән ихтирамлы, хатта, оло кешеләр менән һымаҡ һөйләшеп торорға кәрәк.
Ева Лифанова яҙмаларын социаль селтәрҙә миллионға яҡын кеше ҡараған. Ә тормошон даими рәүештә 100 меңдән ашыу кеше күҙәтә. Баланың әсәһе белгес ролендә сығыш яһап ҡына ҡалмай, ә сабыйҙарҙы тәрбиәләү тураһында йәш әсәйҙәргә кәңәштәр тарата. Еваны гаджеттар, телефон, телевизорҙар ярҙамында тәрбиәләмәйҙәр. Туғандар менән аралашыу, китап һәм уйындар – ул баланың бәхет һәм уңышлы үҫеше нигеҙе. Белем алыуҙан башҡа, Ева спорт менән дә яратып шөғөлләнә. Ул үҙенең оҫталыҡ һәм һығылмалығын башҡаларға ла күрһәтә. Тиҙҙән йәш йондоҙҙо Мәскәүҙә, "Ғәжәйеп кешеләр" проектында көтәләр. Ева федераль каналда башҡаларҙы аптыратырға йыйына.






