Яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк

Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр барлыҡ ҡала һәм райондарҙа барлыҡҡа киләсәк.
  • Яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк
Был турала социаль селтәрҙә республика башлығым хәбәр итте. Берҙәм үҙәк әлегә 10 төбәктә эшләп килә. Улар махсус операция геройҙарына дәүләт ярҙамы сараларының бөтә йыйылмаһын артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа һәм бер урында алыу өсөн булдырылған. Бындай үҙәктәр республиканың һәр районында барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә. Был үҙәктәрҙә медицина-психология, консультация, юридик, ирекмәнлек ярҙамы алырға мөмкин. Бындай берҙәм үҙәктәргә яугирҙарға ярҙам итергә теләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә, тип билдәләне төбәк етәксеһе.