Башҡортостан тәжрибәһе

Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инә.
  • Башҡортостан тәжрибәһе
Был эштең нисек ойошторолоуын күрергә Дәүләт Думаһынан Яна Лантратова етәкселегендә делегация килде. Башҡортостандың баш ҡалаһын Түбәнге палата комитеты түңәрәк өҫтәл үткәреү өсөн махсус һайланы. Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Был бесәйгә иғтибар күп булды ул көндө. Баҡтиһәң, ул
Өфөлә урынлашҡан хосписта йәшәй. Ул бында үҙе килде, башта уның хәле бик насар ине, беҙ уны тәрбиәләп, ашатҡас, матурайып китте, ти бындағы хеҙмәткәрҙәр. Йәнлектәргә генә түгел, кешеләргә лә бында ҙур иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтәләр. Дәүләт Думаһы космитеты рәйесе Яна Лантратова үҙенең эш сәфәре барышында быға тулыһынса инандыШулай уҡ Яна Лантратова биналағы бөтә йыһаздар менән танышып сыҡты. Бында паллиатив медицинаның сағыу өлгөләре йыйылған. Һуңынан депутат үҙенең тәҫьораттары менән уртаҡлашты. Нисек гражданлыҡ йәмғиәтен көслөрәк итергә һәм власть менән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында эшлекле һөйләшеүҙе яйға һалырға? «Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм инновацион алымдары: үҫеш юлдары һәм саҡырыуҙары», тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға иғтибарын йүнәлтте. Артабан Дәүләт думаһы Депутаттары Көрәш Һарайына юлланды. Улар залдарҙы һәм ҡорамалдарҙы, күнекмәләрҙе ҡараны. Был республика өсөн күләмле спорт объекты ла шарттары буйынса таң ҡадыра. Депутаттарға Шулай вуз-ара студенттар кампусы буйлап экскурсия үткәрелде. Бында ысын мәғәнәлә заман талаптарына тап килгән төрлө ҡоролмалар эшләй. Ҡунаҡтарға биоинженерия, сәнәғәт һәм яһалма интеллект ғилми лабораториялары күрһәтелде. Республика йортонда хөрмәтле ҡунаҡтар менән осрашыу күңелгә йылы өҫтәй. Радий Хәбиров республика коллегалары менән иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа депутаттар Өфөлә ҡараған социаль һәм спорт объекттары буйынса тәьҫортаттары менән бүлеште.Илдә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамды кәметмәйҙәр — уны тағы ла 20 миллиардҡа арттыралар. Рәсәй граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә дөйөм алғанда 470 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ә Башҡортостанға эшлекле сәфәр йомғаҡтары буйынса депутаттар Дәүләт думаһында уҡ закондарға төҙәтмәләр индереү мөмкинлеген тикшерергә ниәтләй.