Юл бер нисә көн элек асылған һәм автомобилистар әйтеүенсә, тығындар төшкө һәм киске сәғәттәрҙә күпкә кәмегән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь башында Генерал Рыленко урамының 2-се һыҙаты буйлап Геофизиктарҙан транспорт сиселешенә тиклем хәрәкәт башланғайны. Ҡалған һыҙаттар, ян-яҡ үткәүелдәр һәм тротуарҙар төҙөлөшө дауам итә һәм 2026 йылда тамамланасаҡ, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфөнөң Пугачев урамында бөтә дүрт һыҙаттан да хәрәкәт башланды
Һүҙ Дуҫлыҡ Монументынан алып Геофизиктар урамына тиклемге өлөш тураһында бара.







