Өфөлә бензин йәнә ҡиммәтләнде.
Өфөлә, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнде. Хәҙер 95 маркалы бензиндың бер литры – 40, 92-36 һум 30 тин тора. Дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған – бер литры 39 һум 13 тин. Компания бензинға хаҡты һуңғы тапҡыр февраль урталарында күтәргәйне.