Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Көнбайыш хәрби округының СУ-35 самолеттары тәүге тапҡыр Ладога күле өҫтөндә “һауа-һауа” класлы идара ителеүсе ракеталарҙы осорҙо. Рәсәй оборона министрлығы ошо туралағы видеоны йәмәғәтселек иғтибарына сығарҙы. Самолеттар экипаждары һауала шартлы дошманды тулыһынса юҡ иткән.

Новроссийскийҙа Ҡара диңгеҙ флотының “Цезарь Куников” ҙур десант корабле экипажы күнекмәләрҙә ҡатнаша. Уның сиктәрендә һауа-десант ғәскәрҙәре бүлексәләрен кораблгә тейәү һәм унан төшөрөү кеүек алымдар өйрәнелә.

Сүриәнең Хөкүмәт ғәскәрҙәре Хомс виләйәтендә “Ислам дәүләте” террорсыларына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Сүриә хәрбиҙәре алдында террорсыларҙы Пальмира янындағы райондарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу бурысы ҡуйылған.

Германия етәкселеге Төркиә президентынан Ангела Меркельды нацистар менән сағыштырыуҙы туҡтатырға саҡыра. Кире осраҡта Берлин Төркиә сәйәсмәндәренең Германияла йәшәгән төрөкиәр алдындағы һайлау алды агитацияһын тулыһынса тыясаҡ.

Бразилияның Уберабу ҡалаһы бер-нисә минут эсендә һыу аҫтында ҡалды. Урамдар йылғаларҙы хәтерләтте. Көслө ел, боҙ яуыуы сәбәпле йорттар зыян күргән. Метеоролгтар киләһе көндәрҙә лә һауа торошо үҙгәрмәйсәк, тип иҫкәртә.