Миловкала ер аҫты һыуҙары подвалдарҙы һәм ихаталарҙы тултыра

Өфө районының Миловка ауылындағы йөҙҙән ашыу йорт һыу баҫыу һәм дренаж системаһы булмау ҡурҡынысы аҫтында ҡалған.
  • Миловкала ер аҫты һыуҙары подвалдарҙы һәм ихаталарҙы тултыра
Ер аҫты һыуҙары подвалдарҙы һәм ихаталарҙы тултыра. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, урындағы күлдең биләмәһен төҙөкләндерә башлағас улар ошондай хәлгә тарыған. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова асыҡларға тырышты.
Зөлҡив Хәсәновҡа көн һайын тиерлек махсус насос ярҙамында һыуҙы мунса иҙәненән, подвалдан, баҡсанан һурҙырырға тура килә. Хужа был эштең һөҙөмтәһеҙ икәнен яҡшы аңлай. Был хәлгә ҡарап тик кенә тороп булмай, ти ул. Йорт уйһыулыҡта урынлашҡан. Миловка ауылы өлөшләтә һаҙлыҡта урынлашҡан. Ямғырлы миҙгелдәрҙә ер аҫты һыуҙары өҫкә ҡалҡып сыға. Ә һуңғы алты йылда һыу кимәле арта ғына бара. Халыҡ йорттарҙы ер аҫты һәм ирегән ҡар һыуҙары йыш баҫ,а тип зарлана. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был урында йорттар төҙөлә башлаған һайын, һыу килә башлай. Элек был урында исемһеҙ күл була, урындағы халыҡ уны һаҙлы күл тип атай. Бер нисә йыл элек, күлдең яртыһы ер менән күмелеп бында йорттар төҙөлә башлай.Мәсьәлә 2018-2019 йылдарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тупраҡ менән ҡапланған һыу ятҡылығы биләмәһендәге участкаларҙы шәхси ҡулдарға һатҡандан һуң барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡыттан дренаж эштәре үткәрелмәй, ә тораҡ пунктта һыу ағыҙыу системаһы юҡ. Халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәренә республиканың Тәфтиш комитеты ла ҡолаҡ һалырға мәжбүр..Һыу ағыҙыу буйынса эштәр бөтөнләй алып барылмай тип әйтеп булмай, әлбиттә. Иҫке каналдар таҙартыла, ә ике аҙна элек яңыһын ҡаҙый башлағандар.Яңы йыл байрамдарына тиклем эштәрҙе тамамлау ҡарала. Быйыл баҡсаларҙа һәм йорттарҙа сереп бөткән йәшелсәне һәм ҡаҡшаған нервыларҙы кире ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, өҫтәмә канал мәсьәләне өлөшләтә булһа ла хәл итергә тейеш, тип ышана халыҡ.