Бөйөк Ватан һуғышында 20 миллиондан ашыу кешенең үлемендә ғәйепле булған фашистарға хөкөм ҡарары сығарған Нюрнберг процесына быйыл 80 йыл. Теманы хәбәрсебеҙ дауам итә.
Нацистик Германияның сит ил эштәре министры Риббентроптың үҙ киләсәге өсөн ҡайғырыуы йөҙөнә сыҡҡан. Әлбиттә, үҙенә яғылған бөтә ғәйепләүҙәрҙе ул кире ҡаға. Тарихи факттарға таянғанда, Молотов-Риббентроп пактында тап Риббентроптың ҡултамғаһы була. Һуңынан был документты онотоп тигәндәй, фашист Германияһы Советтар Союзына һөжүм итә. Үҙ ролемды ышандырырлыҡ итеп уйнау өсөн әҙерләнергә тиҫтәләгән сәғәттәр китте, тип бүлеште Өфө университеты студенты Альберт Мөҙәрисов. Анастасия Цветкова иһә ғәйепләүсе яҡтың шаһиты ролен башҡарҙы. Тарихҡа ярашлы ул концлагерҙа йәшәгән ҡатынды уйнай. СССР-ҙан баш ғәйепләүсе Роман Руденконы ролен Денис Недодаев башҡарҙы. Миңә йөкмәтелгән эште юғары кимәлдә уйнар өсөн төрлө тарихи фильмдар, күп төрлө китаптар уҡырға тура килде, тип бүлеште егет. Тарихи реконструкцияның башҡа персонаждары араһында Освенцим лагерында булған француженка...Судьялар...Элекке фотоаппараттар менән операторҙар Һәм сәркәтиптәр бар ине. Залда ултырыусылар иһә... Тарихи реконструкцияны ҡарарға килеүселәр араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре лә бар ине. Нюрнберг процесы 316 көн дауам итә, уның сиктәрендә 403 асыҡ ултырыш һәм 216 суд тыңлауы үткәрелә. Һөҙөмтәлә фашистик Германияның 24 хәрби элита вәкиленә хөкөм сығарыла. Был тарихи реконструкция залда ултырыусыларға үткәндәрҙе онотмаҫҡа һәм тарихты ентекләп өйрәнергә өндәй.







