Хәҙерге заман сәнғәтендә боронғо традициялар

Шишмә районында оҫта Мария Товмасян ҡыҙы Вера менән бергә этник бренд булдырған.
  • Хәҙерге заман сәнғәтендә боронғо традициялар

Торахан кәшәнәһе визит-үҙәге асылыуы бизнесты үҫтереүгә этәргес бирә. Унда йәрминкәлә рәссамдың бер нисә һүрәте йәмәғәт ҡарамағына сығарыла. Мөхәббәт тип исемләнгән бренд тураһында беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

Егеттең һәм уның һөйгәненең мөхәббәт тарихы «Мөхәббәт» исемле буласаҡ бренд нигеҙенә һалына. Футболкаларҙы баҫтырыу өсөн был һүрәт компьютер программаһында түгел, ә рәссам Мария Товмасян үҙ ҡулдары менән эшләгән.Мария Товмасян үҙенең бөтә ижадын айырыуса ҙур тулҡынланыу менән ижад итә. Ул киндер туҡымала төшөргән ғашиҡтар араһында башҡорттар һәм урыҫтар, хәҙер сиратта татар парҙары тора. Һуңынан картинаны цифрлаштыралар һәм баҫмаға әҙерләйҙәр. Әйткәндәй, этник принтлы футболкалар эшләү фекеренең башында оҫтаның ҡыҙы Вера Зиновьева тора. Туристик сувенирҙар конкурсында еңеү өсөн ҡыҙ әсәһенә бренд булдырырға һәм кейемдә һүрәттәр баҫтырырға тәҡдим итә.Ҡул эштәре араһында: яулыҡтар, көндәлектәр, төрлө һүрәттәр менән кружкалар һәм футболкалар. Һуңғы коллекцияларҙың береһендә кейемдә тәңкәләр ҙә барлыҡҡа килгән. Мария уларҙы ҡулы менән тегә.Үҙ брендының ҙур булмаған презентацияһын оҫтабикә ижади индустриялар көнөндә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә тәҡдим итә, унда этнопродукцияға ла урын табылған.Мария Товмасян Шишмә районындағы ижади индустриялар сәғәте сиктәрендә үҙ проектын тәҡдим иткән ҡатнашыусыларының береһе. Хәҙер ҡатын муниципалитетта урындағы хакимиәт башлығының ижади йүнәлеште үҫтереү буйынса кәңәшсеһе вазифаһын биләй.Марияның үҙ тауарҙарын Башҡортостандан ситтә һатыу уйы ла бар. Илдең һәр төбәгендә мөхәббәт тарихын сағылдырған ҡул оҫталары булырҫа тейеш, ти Мария. Дәүләт телдәрен телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсы башланды.