Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап, илдә ҡатмарлы шарттар булыуға ҡарамаҫтан, предприятиелар сәнәғәт комплекстарын төҙөүҙе һәм камиллаштырыуҙы дауам итә, яңы инновациялар индерә, энергия системаһын арттырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне. Хеҙмәт алдынғылары хаҡында беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортаж.
Туймазы ҡалаһынан Миңлефәйрүзә Ғафарова 45 йыл инде токарь булып эшләй. Ул тимерҙе йышып болт, гайка, штуцер кеүек әйберҙәр эшләй, уларҙың киңлеген һәм оҙонлоғон тейешле кимәлгә еткерә, дәүләт заказына тап булыуын тикшерә. Бай тәжрибәһе һәм юғары квалификацияһы өсөн уға үҙ мисәте менән сифатты билдәләргә рөхсәт ителгән. Салауат ҡалаһынан Даян Миңғәлиевтың эш кенәгәһендә бер генә яҙыу. Ул бына инде 35 йыл йылылыҡ-электр станцияһында слесарь булып хеҙмәт итә. Ир газ-турбина ҡорамалдарының көйлө эшләүе өсөн яуап бирә. Башҡортостан Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының сәнәғәт сәйәсәтен һөҙөмтәле алып барыу рейтингы буйынса өс тапҡыр беренсе урын яуланы. Республика дрондар етештереү буйынса ла алдынғы өс төбәк исемлегенә инә. Бынан тыш, беҙ сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса бер-нисә тапҡыр лидерҙар рәтендә булдыҡ.Радий Хәбиров Оборона министрлығы заказдарын яуаплы үтәгәндәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә ярҙам иткәндәрен айырым билдәләп, тармаҡ алдынғыларына оло рәхмәтен белдерҙе. «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә төбәктә 19 мәғариф-сәнәғәт кластерында алдынғы предприятиелар өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан иң яҡшыһы иҫәпләнә. Ойошма-предприятиелар үтенесе буйынса колледждарҙа уҡытыу программалары камиллаша, йүнәлешле практика үтеү алымдары үҙгәрә. Һөнәри байрам сәнәғәттең төрлө өлкәһендә эшләгән йөҙәр меңләгән белгесте берләштерә. Республика илдең индустрия үҙәктәренең береһе, сәнәғәт продукцияһының айырым төрҙәре буйынса Рәсәйҙә иң ҙур етештереүсе һанала. Сәнәғәттең алдынғы тармаҡтары булып химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү, металлургия һәм еңел сәнәғәт тора. Республика башлығы Радий Хәбиров барыһына ҙур рәхмәт белдереп, тармаҡ уңыштары Башҡортостан үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн нигеҙ булып тора, тип билдәләне.







