Һалым органдарының төп бурысы — Рәсәйҙең бөтә дәрәжәләге бюджеттарҙың тулылығын һәм үҫешен тәьмин итеү. Һалым хеҙмәте үҙ эшендә иң алғы технологияларҙы ҡулланыусы дәүләт власының көслө институты булып тора. Был, мәҫәлән, Федераль мәғлүмәт-адрес системаһы һәм халыҡтың берләштерелгән регистры операторы функцияларын тулы кимәлдә үтәргә мөмкинлек бирә. Һалым хеҙмәте иҡтисадты, республиканың социаль өлкәһен, уның райондарын һәм ҡалаларын үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеү өсөн ышаныслы партнер булып ҡала. Идараның ҡатмарлы, үҙгәреүсән шарттарҙа эшләүе, хеҙмәткәрҙәрҙең белеме һәм тәжрибәһе ҙур ихтирамға лайыҡ. Һалым йыйымдары иҫәбенә республикабыҙҙың тупланма бюджеты килеме 90 процентҡа етә. Бөтә кимәлдәге бюджеттарға һалым органдары тарафынан 468 миллиард һум йыйылды, үткән йылдың шул уҡ осорона ҡарағанда 32 процентҡа күберәк. Республиканың тупланма бюджетына 214 миллиард һумдан ашыу аҡса йыйылды, ул 9 процентҡа үҫте. Республика бюджетҡа йыйымдарҙың ыңғай динамикаһын тәьмин итеүҙә алдынғылар иҫәбендә.Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы тарафынан 2025 йылдың 10 айында йыйымдарҙың ыңғай динамикаһы тәьмин ителде. Ыңғай динамика республика иҡтисадының төп макроэкономик күрһәткестәре үҫеше, шулай уҡ һалым идаралығы эшмәкәрлегенең сифаты һөҙөмтәһендә тәьмин ителә. «Күләгәле» иҡтисад һәм һалым ҡануниәтен боҙоуҙар менән көрәш өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары менән һөҙөмтәл эш башҡарыла. Һалым хеҙмәтенең цифрлашыуы арҡаһында түләүҙәр үтә лә ҡулай һәм тиҙ бара. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында һалым түләүселәр өсөн 70-тән ашыу сервис эшләй. Һалым түләүселәрҙең 98 проценты һалым органдары менән электрон формала аралаша.
Быйыл Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға 35 йыл
Ошо айҡанлы Өфөлә тантаналы сара үтте.






