Волга һыу транспорты университетының Өфө филиалы үҙенең юбилейын билдәләне

Илле биш йыл элек нигеҙләнгән йылға училищеһы әле диңгеҙ караптары өсөн дә белгестәр әҙерләй.
  • Волга һыу транспорты университетының Өфө филиалы үҙенең юбилейын билдәләне

Байрам көнөндә 170 курсант ант ҡабул итте. Рәсәй флоты тарихын дауам итеүселәр тураһында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажы.

Гордей Кондусов өсөн яуаплы көн. Был майҙанда ул һәм тағы ла 170 беренсе курс студенты ант бирҙе. Тантананы буласаҡ диңгеҙселәрҙең туғандары һәм яҡындары айырыуса ҙур тулҡынланыу менән күҙәтә. Һәр студенттың был еңел булмаған һөнәрҙе һайлау тарихы бар. Волга һыу транспорты университетының Өфө филиалы ярты быуаттан ашыу элек йылға училищеһы булараҡ нигеҙләнгән. Уҡытыусылар билдәләүенсә, хәҙерге сығарылыш уҡыусылары бөтә төр судноларҙа ла талап ителә. Уҡыу йорто бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә, әммә һәр ваҡыт традицияларға тоғро ҡалып юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй. Студенттарҙы практик уҡытыуҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла. Бында суднолар йөрөтөү, шулай уҡ ҡатмарлы ҡорамалдар менән эшләү буйынса белгестәр әҙерләнә. Студент билеттарын тапшырыу тантанаһы йыл һайын үткәрелә, әммә был юлы сара айырыуса иҫтәлекле булды.Быйыл беренсе курс студенттарына айырыуса бәхет йылмайҙы. Сөнки уларҙың ант биргән көнө, уҡыу йортоноң 55 йәшлек юбилейы менән тап килде. Бөгөн бер залда студенттар, билдәле сығарылыш уҡыусылары-алыҫ араларға йөҙөү капитандары йыйылды.Байрам концерты үҙ тормошон сикһеҙ һыу киңлектәрендә гиҙеү менән бәйләгән һәр кемде берләштерҙе.Башҡортостандың диңгеҙҙәрҙән алыҫ булыуы ла хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ынтылыусылар өсөн ҡамасау түгел. Республиканан сыҡҡан 36 кеше алыҫ араларға йөҙөү караптарында адмирал. Ант биреүсе 170 кеше тиҙҙән Рәсәй флотында үҙ тарихын яҙа башлай.