Өфөлә Халыҡ-ара Бизнес аҙналығы-2025 башланды

Сара 18-се тапҡыр уҙа.

Глобаль саҡырыуҙар дәүерендә хеҙмәттәшлек стратегияһына арналған ҙур форумға рәсми делегациялар һәм халыҡ-ара бизнес-берләшмәләр вәкилдәре килде. Үткән йылдарҙағы кеүек бында Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Тажикстан һәм башҡа сит ил вәкилдәре ҡатнаша.

Бына ошолай гөрләп башланып китте Бизнес аҙналығы. Уға быйыл 18 йәш. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған, дуҫ һәм ҡәрҙәш сит илдәр менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ептәре нығытылған. Бизнес аҙналығы сиктәрендә төрлө ултырыштар ҙа үтә, улар араһында идара итеү ҡарарҙары хакатоны ла бар. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, төрлө предприятиеларҙың кейстары нигеҙендә ҡарарҙар әҙерләүсе командалар йыйыла, улар теге йәки был ойошмаға көсөн тупларға һәм ауыр иҡтисади ваҡыттарҙы кисерергә ярҙам итә. Тәүге хакатон, баҡтиһәң, 2019-сы йылда Өфөлә үткән. Үткән йылдарҙағы кеүек бында Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Тажикстан һәм башҡа сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы арҡаһында күп кенә сит ил компаниялары тәүге тапҡыр Рәсәй баҙарына инеү мөмкинлеген ала. Төркиә вәкиле Айхан Кальонджу медицина, атап әйткәндә туристик медицина өлкәһендәге төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм бай тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн килгән. Башҡортостанда 2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән бизнес-шерифтар институты булдырылғайны. Улар район-ҡалаларҙа эшҡыуарҙар мәсьәләләрен хәл итеү, бизнес башланғыстарына ярҙам күрһәтеү өсөн яуаплы. 6 йыл эсендә тап уларҙың ярҙамы менән республикаға 100 миллиардтан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Ә Башҡортостан инвестиция климаты буйынса Милли рейтингта 16-сы баҫҡыстан 3-сө урынға күтәрелде. Бында бизнес-шерифтарҙың да өлөшө ҙур, тип билдәләй Республика башлығы. Был инновацион ултырғыс офис йыһаздары эшләүсе компания стендында урынлашҡан. Беҙҙең предприятие баҙарҙа 30 йылдан ашыу, был ваҡыт арауығында Өфөлә үткән Бизнес аҙналыҡтарында төрлө компаниялар менән килешеүҙәр төҙөнөк, ти компания хеҙмәткәре Андрей Адодин. Бизнес аҙналығы 3 көн дауам итәсәк.