Рәсми Ташкент менән бәйләнештәр юғары, әммә артабанғы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн тағы яңы юлдар табырға мөмкин. Бөгөн аграр сектор, еңел сәнәғәттәге берлектәге проекттар ҙур һөҙөмтә бирер ине. Радий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап, ошо турала белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан вәкилдәре аныҡ маҡсат менән барҙы һәм берҙәм проекттар буйынса фекер алышты. Ташкент һәм Өфө хеҙмәттәшлеге тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Иәтуллин әҙерләгән сюжетта.
Донъяның сәйәси аренаһында Рәсәйҙең Урта Азиялағы төп партнерҙарының береһенең Үзбәкстан икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөү бөгөн урынлы булыр. Мәскәү һәм Ташкент араһында әле бихисап проекттар ғәмәлгә ашырыла. Тәү нәүбәттә, улар иҡтисад, етештереү, эшкәртеү йүнәлештәрен үҙ эсенә алһа, стратегик проекттар ҙа ике илдең тотороҡлоғо нигеҙе. Иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара комиссия ултырышы быға аныҡ миҫал. Беренсе вице-премьер Денис Мантуров Ташкентта хөкүмәт-ара комиссия ултырышында айырым белдереүҙәр яһаны. Рәсәй менән Үзбәкстандың иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияһы ағзалары менән Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиеев та осрашты. Яҡтар әле бәйләнештәрҙең иң юғары нөктәһендә. Индустриаль зоналар, энергетика, транспорт, металлургия һәм ай-ти технологиялар. Һуңғыһы Башҡортостан өсөн бигерәк тә мөһим. Хөкүмәт-ара комиссия ултырышының Башҡортостан өсөн беренсе һөҙөмтәләре бар. Республика башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Министрҙар кабинеты рәйесе урынбаҫары Жамжид Ходжаев ике республика араһындағы хеҙмәттәшлеккә бәйле юл картаһын раҫланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Ташкенттың иң ҙур бизнес-даирәләре, предприятиелар етәкселәре, Үзбәкстан өлкәләре хакимдары менән осрашты. Уларҙың береһе – Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев. Башҡортостанға Үзбәкстандың төрлө өлкәләрҙәге тәжрибәһе ҡыҙыҡлы. Уларҙың береһе – мәҙәниәтте һаҡлау. Ташкентҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров ислам цивилизацияһы үҙәгендә лә булды. Уникаль комплекс донъяның иң яҡшы мәҙәни-тарихи институттары исемлегендә.Республика башлығы билдәләүенсә, Үзбәкстандағы ислам цивилизацияһы һәм уның экспонаттары араһында Башҡортостанға ҡағылышлалыры бар. Ә тиҙҙән иһә Башҡортостандың музейҙары хеҙмәткәрҙәре Ташкентҡа барасаҡ. Яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдарын аныҡларға тейеш. Башҡортостан һәм Үзбәкстан бөгөн стратегик партнерлыҡты үҫтереү яғында. Был йәһәттән миҫалдар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, былтыр Өфө менән Ташкент араһындағы сауҙа 200 милилон долларға яҡынлашҡан. Ә республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендәге Урта Азиялағы был ил етенсе урында килә.







