Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары

19-сы декабрь Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы эфирға сыға.

Ил башлығы тура эфирҙа үтеп барған йылға йомғаҡ яһаясаҡ, хәбәрселәрҙең һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Программаның москва-путину.рф сайты, 0-40-40 номерына СМС йәки ММС аша, 8-800-200-40-40 телефоны буйынса һорау бирә ала. Текст һәм видео һорауҙарҙы Президентҡа "ВКонтакте" йәки "Одноклассники" социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu, шулай уҡ Макс месенджерындағы чат-бот менән дә файҙаланырға мөмкин. Уның адресы — Мmax.ru/moskvaputinu. Һорауҙар 19-сы декабргә, программа тамамланғансы ҡабул ителәсәк.