Был вазифала ул 2020-се йылдан алып эшләй. Башҡортостан журналистары йыйыны, унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ сюжеты.
Журналистар Союзының 24-се съезында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Йыйын уҙған биш йылға йомғаҡ яһауҙан башланды. Уның рәйесе Вәдүт Исхаҡов башҡарылған эштәр тураһында, ҡәләм тибрәтеүселәрҙең мәсьәләләре, тармаҡ проблемалары һәм уларҙың йылдан-йыл нисек хәл ителеүе хаҡында бәйән итте. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, республикала Рәсәйҙә беренселәрҙән булып "Хәрби хәбәрсе" тигән ҡанун ҡабул ителде һәм военкорҙарға ошо турала танытмалар тапшырылды. Быйыл уға 9 кеше лайыҡ булды. Танытмалар хәрби хәбәрселәргә төрлө ташламалар, льготалар бирә, уларҙы яҡлай һәм һаҡлай.
Ә беҙҙең хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән исем алды. Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән водителдәр ҙә наградалар менән билдәләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем граждан позиция һәм социаль яуаплылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе






