Бөгөн Бөтә Донъя һыу көнө.
Рәсәйҙә был көн тәүге тапҡыр 1995-се йылда билдәләнде. Бөтә Донъя һыу көнө һыу ресурстары торошона йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәр кемде һыуҙың әһәмиәте тураһында уйланырға саҡыра. Сөнки тиҙҙән эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Һуңғы 100 йылда һыу ҡулланыу ете тапҡырға артҡан. Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, эсәр һыуға ҡытлыҡ 21-се быуатта төп мәсьәләгә әйләнәсәк. Әле бөгөндән үк ауыл хужалығы һәм сәнәғәт ихтыяждары өсөн 230 миллиард кубометр һыу етмәй. Башҡортостанда әлегә был мәсьәлә уңышлы хәл ителеп килә.