Стәрлетамаҡта ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеүенең сәбәбе асыҡланды.
Ҡоштарҙың ашҡаҙанында юлдарға һибелгән реагенттарҙың составында булған химикаттарҙың өлөшсәләре табылған. Моғайын, ҡыҙылтүштәр ҡарҙа ем эҙләгәндә реагент бөртөктәрен ашаған, һөҙөмтәлә улар ныҡ ҡына ағыуланған һәм үлгән, тип хәбәр итә Башинформ.