Рөстәм Исхаҡов Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде

Тулыраҡ: Рөстәм Исхаҡов Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Исхаҡов Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде. Кандидатураны Өфөлә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә республиканың Йәмәғәт палатаһы һайланы. Рөстәм Исхаҡов — «Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры, республиканың Мәҙәниәт министрлығында, «Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһында эшләгән, Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаев шиғырҙарын төрөк теленә тәржемәләүсе. Рәсәй президенты Владимир Путин Йәмәғәт палатаһының яңы составын ойоштора башланы. Ул дәүләт һәм йәмғиәт алдында ҙур уңыштарға өлгәшкән 40 кешенең кандидатураларын билдәләне һәм уларға Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы составына инергә тәҡдим итте. Йәмәғәт палатаһына закон тарафынан дәүләт сәйәсәтен формалаштырғанда һәм ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың мәнфәғәтен иҫәпкә алыуҙы, хоҡуғын һәм иркен, йәмәғәт берекмәләренең һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса бурыстар йөкмәтелә. Палата федераль башҡарма власть органдары, Рәсәй төбәктәренең башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген контролдә тота, мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.