Рәсәйҙә социаль пенсия күләме арта

Тулыраҡ: Рәсәйҙә социаль пенсия күләме арта

Рәсәйҙә социаль пенсия күләме арта.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. 2015 йылда Рәсәйҙә пенсионерҙың йәшәү минимумы – 7 мең 965 һум, 2016 йылда 8 мең 81 һумға етте. Социаль пенсияларҙы арттырғанда Федераль законға ярашлы, граждандарҙың айырым ҡатламдарына ла пенсиялар арта. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары. Индексация 4 миллион пенсионерға, шул иҫәптән социаль пенсия алған 3 миллион пенсионерға ҡағыла. Бер үк ваҡытта ҡайһы бер башҡа түләүҙәр ҙә арттырыла. Социаль пенсияларҙың, башҡа түләүҙәрҙең күләмен индексациялауға сығымдар йыл аҙағына тиклем 5 миллиард һумға етәсәк.