Хәйбулла районында ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте

Тулыраҡ: Хәйбулла районында ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте

Хәйбулла районында ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте.

Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишғәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Өлкән ағаһы Ишмулла ла күренекле виртуоз ҡурайсы булып китә. 6-7 йәшендә ук был музыка ҡоралын үҙенә буйһондора. Йылдан-йыл үҙ оҫталығын камиллаштырып, ҡурайҙа уйнауҙың юғары кимәленә етә, уйнауға һәм уны эшләүгә яңылыҡтар индерә. Ул тәбиғәт тарафынан бүләкләнгән, тыумыштан талантлы кеше. Сәйфулла Дилмөхәмәтов 2004 йылдың 27 авгусында вафат булды һәм тыуған ауылында ерләнде.2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайында таҡтаташ асылды. Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.