Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам

Дәүләт Думаһы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында закон проектын ҡарарға йыйына.
  • Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам

Был ҡарарҙы Дәүләт Думаһы Советы ҡабул иткән. «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында» федераль законға сираттан тыш торлаҡ субсидияһы алыуға хоҡуғы булған хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеген киңәйтеү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Уға инвалид балаһы булған хәрбиҙәр ҙә инә. Төбәктәргә үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен торлаҡ менән тәъмин итеү буйынса өҫтәмә ярҙам сараларын индереү хоҡуғы бирергә тәҡдим ителә.