Радий Хәбиров фекерҙәштәрен сыҙамлы, сабырлы һәм ныҡ булырға саҡырҙы

Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы үтте.

Уның эшендә республика башлығы, фирҡәнең төбәк бүлексәһе секретары ҡатнашты. Радий Хәбиров партия ағзалары алдында сығыш яһап, 2025-се йылға йомғаҡ яһаны.

2026-сы йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үтә. Өфөлә ҡала Советына депутаттар һайлау була. Был кампанияларҙы партия лайыҡлы һәм халыҡ менән бәйләнештә уҙғарырға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.