Йыл һайын 11 декабрҙә Халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә

Дата Башҡортостан өсөн дә мөһим, сөнки республика үҙе таулы төбәктәрҙең береһе.

Был көн тауҙарҙың карталағы географик нөктә генә түгел, ә кешенең ихтыяр көсө, бейеклеккә ынтылыуын иҫкә төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Кешеләр яҙмышында тауҙар әһәмиәте турһында хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов сюжеты.

Рөстәм Нәбиев — мөмкин булмаған әйберҙәр юҡлығын үҙ миҫалында иҫбатлаған кеше. Фажиғәнән һуң ул ике аяғын да юғалта, әммә бейеклеккә ынтылышын юғалтмай. Бөгөн уның исемен бөтә донъя белә. Сая йөрәкле альпинист, сәйәхәтсе, Рәсәйҙең Гиннесстар китабы рекордсмены, ғәйрәтлелек һәм батырлыҡ үрнәге, еңелеүгә күнеккәндәргә  — тере дәлил. Рөстәм Нәбиев үҙ аяҡтары булмаһа ла, ҡулдары һәм ихтыяры менән бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Бөгөнгө көндә ул иң бейек 9 тауға үрләгән. Килиманджарола 60 километрҙан ашыу иң оҙон алыҫлыҡ үтеп, Арарат, Казбек үрҙәрен яуланы. Көнъяҡ Америка ситендә — Аконкагуала 25 сәғәт туҡтамайынса барып, өс тапҡыр Эльбруста булған, Бурятияла – Мөхәббәт түбәһен дә яуланы.

Альпинист Сергей Белкин Башҡортостандың беренсе кешеһе булып планетаның иң бейек түбәһенә — Эвересттың башына менеп еткән. Ауыр шарттарға ҡарамай, экстремал, "Үлем зонаһына" барып ҡайтҡан. Бейеклеге 8000 метрҙан ашыу түбәлә атмосфераның ныҡ тарайыуы, һауа баҫымының түбән булыуы арҡаһында кислород юҡ тиерлек. Тын алыу өсөн һауа булмауы үлем хәүефенә килтерә.Камил Йыһаншин Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ғына түгел — ул тауҙарға ғашиҡ сәйәхәтсе, юл һәм тәбиғәт торошон кеше рухы менән бәйләгән күҙәтеүсе. Ерҙең «Ут билбауы»на ҡараған вулкандар түбәһенә күтәрелгән ир-егет. «Урал барсы» проекты авторы. Ул бейеклеккә еңеү өсөн түгел, ә кеше менән тәбиғәттең аралашыуын тергеҙеү өсөн күтәрелә. Тауҙар тик намыҫлыларҙы ғына ҡабул итә. Тау түбәһе алдында титулдар, бәйләнештәр, исемдәр бер файҙа ла килтермәй. Унда тик кеше һәм уның һулышы ғына ҡала. Тауҙар буйһонмай, уларҙы көс менән алырға ла ярамай. Улар тынлыҡҡа, ҡарға, көслө елгә һәм үҙ ҡурҡыуына әҙер булғандарға күтәрелергә мөмкинлек бирә. Һәр түбәнең һабағы: ысын бейеклек метрҙар менән түгел, ә уға барып еткәс кем булып китәһең, шуның менән үлсәнә. Был рух торошо.