Бүреләр ҡотора

Тулыраҡ: Бүреләр ҡотора

Башҡортостанда бүреләр йорт хайуандарына күпләп һөжүм итә башлаған. Бөрйән районында йыртҡыстар фермерҙың 13 һарығын тамаҡлаған. Кешеләр хәҙер төндәрен ихатаға сығырға ҡурҡа. Белгестәр әйтеүенсә, бер йыл эсендә бүреләрҙең һаны 1 меңдән ашып китеүе ихтимал. Был мәсьәләне нисек хәл итергә? Бүреләр иртәнге 3-4-тәр тирәһендә килгән. Фермер Фәнил Ҡаһарманов таңғы алтыларға сығыуына бер-нисә һарыҡтың түшкәһе һыуынған була инде. Белгестәр билдәләүенсә, бүреләр ауылға яҡынлашһа, эттәр өрә башлай. Ә урам эсенә килеп инһә, йорт һаҡсыларының тауыш-тыны ла сыҡмай. Был юлы ла Аҡтырнаҡ хужаһының өмөтөн аҡламай.Фермер 2014-се йылдан алып һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Тәүҙә үҙенекен үрсетә, һуңынан тоҡомлоһон һатып ала. Ошо арауыҡ эсендә йүнсел һарыҡтарҙың һанын 130-ға еткерә. Әммә, бер төн эсендә Фәнил Ҡаһарманов 70 мең һумлыҡ зыян күрә. Быға тиклем фермер башҡа йыртҡыстарҙан да зыян күргән. Бер йәйҙә уның тауыҡтарын төлкө инеп ҡырып сыҡҡан. Ҡаҙ-өйрәктәрен дә алып китеү осраҡтары булған.Яңы йылдан һуң бүреләр күрше ауылға ла инеп сыҡҡан. Унда йыртҡыстар 9 һарыҡтың башына еткән. Бүреләр ике ҙур һарыҡты кәртәлә тамаҡлағас, ҡалғандарын үҙҙәре менән алып киткән. Ошо урында улар бер-нисә бәрәсте йыртҡыслап ашаған. Бында ҡан эҙҙәре һәм йөндәр ятып ҡалған. Ҡалғандарын юл буйында күмгән һәм йылға буйлап киткән.Ауыл халҡы әйтеүенсә, һарыҡтарға 5-6 бүре һөжүм иткән. Ҡарҙа йыртҡыстарҙың эҙҙәре ҡалған. Ололар әйтеүенсә, бүреләр ашап туйһа ла, ҡанға иҫереп ҡалғандарын ҡыҙыҡ өсөн тамаҡлаған.Был вольерҙа эттәр менән ҡуша инә бүре йәшәй. Ике аҙна самаһы элек ул тәбиғәт ҡосағында йүгереп йөрөгән. Бәлки, тап ошо бүре Әбделмәмбәт ауылына һөжүм иткәндер ҙә.Һунарсы Руслан Иғтисамов көнөнә ике тапҡыр бүрегә ит бирә. Тәүҙә ул үҙен ҡырыҫ тотһа, хәҙер хужаны таный башлаған. Әммә, бүре һәр ваҡыт урманға ҡарай, тигән мәҡәлде һунарсы онотмай.Бүреләр көндөҙ үҙҙәренә ҡорбан эҙләй. Йәғни, урман эсенән һәм тау баштарынан йорт ихаталарын күҙәтә һәм төндә килеп тышта ҡалған йәнлектәргә һөжүм итә. Һунарсылар билдәләүенсә, улар эттәрҙе лә алып китә. Йыл һайын ауылдан егермеләгән эт юғала. Әле Бөрйәндә 250 самаһы бүре иҫәпләнә. Әммә, уларҙың һаны бер йыл эсендә 1 меңдән ашып китеүе мөмкин.Белгестәр әйтеүенсә, бүрегә һунар итеү ҡиммәткә төшә. Бынан тыш, илдә атып алынған йыртҡыс өсөн бер ниндәй ҙә дәртләндереү сараһы ҡаралмаған. Әммә, урындағы хакимиәт ауылдарға һөжүм итеү осраҡтары артҡас, һунарсыларға 2 мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул иткән.Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡайһы бер ауылдарҙа бүреләр урам буйлап аҙна һайын үтә. Йәғни, төндәрен улар тышҡа сыҡҡан кешеләргә йә йәштәргә һөжүм итеүе мөмкин. Бүреләргә һунар итеү мәсьәләһен һунарсылар ил кимәлендә хәл итеү кәрәклеген белдерә.