Фенол, нефть ҡалдыҡтары, хлорлы углеводородтарҙың эсәр һыуҙы бысратыуын иҫкәртеү өсөн яҙғы ташҡын мәлендә Өфөлә меңләгән һынау өлгөһө алынып, меңләгән тикшереү үткәрелә. Белгестәр һыу сифатына ҡағылған һәр осраҡты етди иғтибар үҙәгенә ала. Эсәр һыуҙы крандан эсергә мөмкинме әллә һатып алырғамы? Бигерәк тә яҙ миҙгелендә ҡала халҡын ошо мәсьәлә борсой. Кешенең үҙ ғүмерендә 60 тоннаға яҡын һыу эскәне мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта һыуҙағы насар матдәләрҙең организмға зарар килтереүе лә билдәле. Һыуҙың ҡатылығын, төҫөн һәм бер-береһенән айырмаһын табыу өсөн беҙ бәләкәй генә тикшереү үткәрергә булдыҡ. Бының өсөн өс төрлө ерҙән өс төрлө һыу алдыҡ. Беренсеһе крандан, икенсеһе урам буйындағы колонканан һәм өсөнсөһө һатып алынған һыу.Һыуҙың сифатын тикшереү өсөн ни бары ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Лабораториялағы анализды Фирҙәүес Хәйбуллина башҡара. Ерҙәге халыҡтың 92 проценты насар һыу эсә ти белгестәр. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының мөһим йүнәлеше булып Башҡортостан республикаһы биләмәһендә һыу сифатын даими тикшереү тора. Атом-эмиссион спектрометрҙар — Менделеев таблицаһындағы 28 химик матдәне тикшерә ала. Уның ярҙамында тупраҡтың, һыуҙың составтарын ҡарарға ла була. Насар матдәһеҙ һыу булмай, ти белгестәр. Ләкин улар норманан ашып китергә тейеш түгел. Мәҫәлән, бер литр һыуҙа 5 миллиграм цинк булһа һаулыҡҡа зыян килмәй, ә терегөмөштөң ун меңдән бер миллиграмы ла кеше организмына хәүеф менән янай. Тикшереүҙәр крандан алынған һыуҙың иң ҡаты, һатып алынғандың — йомшаҡ, ә колонканан аҡҡанының уртаса икәнен күрһәтте. Был өс төрлө һыуҙың зарары норманан артыҡ түгел, шулай ҙа крандан алынған һыуҙың самаһын белеп эсеү хәйерле.
Өфөлә эсәр һыу сифаты нисек?
Тулыраҡ: Өфөлә эсәр һыу сифаты нисек?