1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Беҙҙең республика Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын ҡаршыларға йыйына. Алдан әҙерләнә башлау был сараны лайыҡлы ҡаршыларға мөмкинлек бирә. Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын байрам итеү иң юғары кимәлдә үтәсәк. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Тарих фәндәре докторы Салауат Ҡасимов 50 йылдан ашыу ғүмерен республика тарихын өйрәнеүгә бағышлаған һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡҡан.Башҡорт халҡы рустар менән бер рәттән Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар. Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмитәле дата. Республика етәксеһенең Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү тураһындағы тәҡдиме тәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә, һуңынан ил етәксеһендә хуплау таба. Тарихи датаны байрам итеүгә ике йыл самаһы ваҡыт ҡалһа ла, уға әҙерлек әленән үк башланды. Байрамдың федераль кимәлдә үткәрелеүе осраҡлы түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республика иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк булараҡ ныҡлы танылыу алды, халыҡ-ара саралар үткәреү үҙәгенә әйләнде. Башҡортостандың 100-йыллығын 2019-сы йылдың мартында билдәләү ҡарала. Әлегә иһә бик етди әҙерлек эштәре алып барыла.
Бөгөн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө