Өфө ҡалаһының Дим районы юғары наградаға лайыҡ булды

Был турала социаль селтәрҙә республика башлығы хәбәр итте.
  • Өфө ҡалаһының Дим районы юғары наградаға лайыҡ булды

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының урбанистика мәсьәләләренә арналған конгресында Өфө ҡалаһын Дим районы юғары наградаға лайыҡ булды. Был турала социаль селтәргә республика башлығы хәбәр итте.

Райондағы Үҙәк парк төҙөкләндерелгәндән һуң 2023-сө йылда асылғайны. Был Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институты ғәмәлгә ашырған проекттарҙың береһе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, файҙаланыуға тапшырылғандан һуң да унда эштәр тамамланманы. Яңыртылған киңлектең үҫмерҙәргә йоғонтоһо, районға мөнәсәбәтен нисек үҙгәртеүе тикшерелеп тора. Шуға ла бында заманса скейт-парктың барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Беҙ тап шуға ынтылабыҙ, тигән үҙ посында Радий Хәбиров.