Үҙ балаһын туҡмаған ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылды

Тәфтиш комитеты һыра түккән өсөн үҙ балаһын туҡмаған ҡатынға ҡарата енәйәт эше асты.
  • Үҙ балаһын туҡмаған ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылды

Инорс биҫтәһендә йәшәгән ҡатын һәм уның алты йәшлек балаһына бәйле был хәл йәмәғәтселектә ҙур нәфрәт тыуҙырҙы. Ҡатын ғәзиз балаһын һүгенеп әрләүҙән дә, уның башына һуғыуҙан да тартынмай. Күршеләре әйтеүенсә, был бындай тәүге генә осраҡ түгел. Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура тикшереү башланы. 6 йәшлек малай башҡаланың ғаилә үҙәгенә урынлаштырылған.