Башҡортостанда баҫыуҙарҙан шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу һәм сығарыу дауам итә

Комбайндар менән йөк техникаһы декабрь башында ла тулы көсөнә эшләй.
  • Башҡортостанда баҫыуҙарҙан шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу һәм сығарыу дауам итә

Ауыл эшсәндәре һыуыҡтарға ҡарамай, эште тамамларға тырыша. Уңыш, тәү сиратта, бер урында туплана. Унда сөгөлдөр махсус техника ярҙамында сорттарға бүленә. Артабан ул эшкәртеү заводтарына оҙатыла. Шәкәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ, тип ышандыра белгестәр. Илъяс Ҡотошов репортажы.

Ауыл хужалығы техникаһы сөгөлдөр аҫыуында тәүлек әйләнәһенә эшләй, тиергә мөмкин. Быйыл уңыш мул ғына. Гектар ҡеүәте уртаса 485 центнер. Әлбиттә, һауа торошона бәйле шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу һәм уны эшкәртеү заводтарына оҙатыу быйыл бер ни тиклем һуңлап башланды. Әлегә баҫыуҙарҙан яҡынса 900 мең тонна "татлы тамыр" сығарылып, сеймалдың 854 мең тоннаһы шәкәр заводтарына оҙатылған.

Башҡортостанда Шишмә шәкәр заводы иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Бында сөгөлдөрҙө Өфө районынан ташыйҙар. Хужалыҡтар быйыл килемдең сығымдарҙы ҡаплауына өмөт итә. Башҡортостан быйыл шәкәрһеҙ ҡалмаясаҡ.

Татлы ризыҡҡа хаҡтарҙың да ҡапыл артыуы көтөлмәй. Был – ауыл хужалығы министрлығының рәсми белдереүе. Аграр ведомство вәкилдәре әйтеүенсә, республикалағы ике завод тәүлегенә 10-11 мең тонна шәкәр етештерә. Был күләм республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәъмин итә ала. Бынан тыш, шәкәрҙе Рәсәйҙән башҡа субъекттар, хатта сит илдәргә лә экспортлау мөмкинлеген бирә. Башҡортостандың сауҙа селтәрендә әле быға тиклем запаста булған шәкәрҙе лә, шулай уҡ быйыл етештерелгәнен дә күрергә мөмкин. Һатып алыусылар араһында ла шәкәргә сират юҡ. Башҡортостан шәкәр сөгөлдөре майҙандарын йылдан-йыл кәметеүгә барһа ла, хужалыҡтарҙа үҫтерелгән техник-культура хәҙер айырым технологиялар буйынса тәрбиәләнә. Тап шуға ла, сөгөлдөр уңышы мул. Әлегә иһә, республиканың шәкәр заводтары тулы ҡеүәттә эшләй.