Башҡортостандың кадрҙар үҙәктәре уңыштарын Бөтә Рәсәй кимәлендә билдәләнеләр

Республика өс номинацияла еңеү яуланы.

Кадрҙар үҙәгенең Сибай филиалы мәшғүллек өлкәһендә "Иң яҡшы һөнәрсе оҫта" Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәһе буйынса икенсе кимәл менән билдәләнгән. Башҡортостандың мәшғүллек үҙәгенең матбуғат хеҙмәте "Иң яҡшы һөҙөмтәле команд" номинацияһында еңеү яулаған.

Ә бына Өфөнөң Орджоникидзе районының мәшғүллек үҙәге бүлек етәксеһе карьера буйынса иң яҡшы консультант булып танылған. Награданы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров тапшырҙы. Унда ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында Закир Шәрипов репортажы.

Башҡортостан башҡа өлкәләрҙә лә уңышҡа ирешә. Республика Ватанды һаҡлаусылар исемен мәңгеләштереү буйынса округ проектында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың беренсе дәрәжәләге дипломына лайыҡ. Уны Радий Хәбировҡа Баш федераль инспектор Александр Окатьев тапшырҙы.

Өфөлә "Ватаныма хеҙмәт итәм" тип аталған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ассоцияцияһы форумы үтте. Сарала 1 мең 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уның рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, хәрбиҙәр 9 майҙансыҡта белемен камиллаштырған, форум ветерандар, уларҙың ғаилә ағзаларын, ирекмәндәр, дин әһелдәрен һәм йәштәрҙе берләштергән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары бының менән генә сикләнмәй. Был аҙнала Өфөлә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды вәкилдәренең айырым семинары үтә. Унда төрлә өлкәләрҙән 130 төбәк вәкиле, Рәсәй власть органдары, федераль учреждениелар вәкилдәре килеүе көтөлә. 17-20 декабрҙә улар белемен камиллаштыра һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Сара барышында "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды Башҡортостан бүлексәһенең Совет майҙанында яңы бинаһын асыу ҡарала.

Был аҙнала Башҡортостанда өс торлаҡ-коммуналь авария теркәлде. Уларҙың береһе Белорет ҡалаһында булды. Бында бер-нисә көн халыҡ һәм социаль учреждениелар йылыһыҙ ҡалды. Ваҡиға урынына хөкүмәт етәкселеге ебәрелде, Башҡортостан башлығы хәлде контролдә тотто. Башҡортостандың ике ҙур трассаһында сикләү индерелгәйне. Өфө-Инйәр-Белорет, М-5 Федераль юлының Өфө-Силәбе өлөшөндә һәм Туймазы районында көслө ҡар яуыуы һәм буран сәбәпле юлдар ябылды. Уларҙа ҡотҡарыусылар ауыр хәлдә ҡалған водителдәргә ярҙам итеү йәһәтенән йылытыу пункттары ойошторҙо. Республика Башлығы был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлде. Республикала тағы ла 5 полилингваль мәктәп асыу ҡарала. Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһап, бындай белем биреү усаҡтары 11 алдынғы төбәккә инә, тип билдәләне. Улар араһында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы, Баймаҡ ҡалалары, Стәрлебаш, Мишкә, Тәтешле һәм Хәйбулла райондары бар.

Уҙған аҙнала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы-Конгрессы юбилейын билдәләне. Йәмәғәт ойошмаһына — 30 йыл тулды. Тап ойошма 1995-се йылда донъяның төрлө ҡитғалары, илдәре, Рәсәй субьекттарында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплап беренсе ҡоролтай уҙғарҙы. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.