Уңайлы ҡала мөхите булдырыу

Башҡортостанда 2019 йылдан алып 806 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған.
  • Уңайлы ҡала мөхите булдырыу

Эштәр «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса башҡарылған. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды. Быйылдан был йүнәлештә эш «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

2030 йыл аҙағына тағы ла 930 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырылған. Быйыл ошо маҡсатҡа 1 млрд 100 миллион һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителгән, 100 объект төҙөкләндерелгән, тағы 70 биләмә республика программалары һәм башҡа проекттар ярҙамында яңыртылған.

Кәңәшмәлә Өфө урамдарын һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре лә ҡаралды. Киләһе йыл Ленин исемендәге паркта ремонт эштәре тамамлана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле майҙанын яңыртыу концепцияһын да әҙерләргә ҡушты.