Уларҙа бөтәһе 6 кешенән торған 36 команда ҡатнаша. Өс көн дауамында балалар хәрби-медицина, физик әҙерлеге, урында ориентирлашыу, атыу буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Осрашыу барышында Радий Хәбиров юнармейсыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Атап әйткәндә, уларҙы төбәк башлығының ҡайҙа хеҙмәт итеүе, ысын ир-егеттең ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге һәм киләсәктә республиканы нимә көөүе ҡыҙыҡһындырҙы.
«Юнармия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе 2016 йылдың 19 июлендә ойошторолдо. Отряд етәкселәре-ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, физик культура уҡытыусылары, кадет кластары етәкселәре, уларҙың күбеһе хәрби хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Йыл һайын юнармей отрядтары Республика ҡышҡы юнармия уйындарында "Вызов", ҡаршылыҡтар менән ярышыу буйынса республика физкультура ярыштарында геройҙар ярышы, бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынында Зарница һәм башҡа ваҡиғаларҙа ҡатнаша.







