Өфөлә Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә милли сәйәсәт алдында торған һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған сит көстәргә ҡаршы көрәш мәсьәләләре күтәрелде. 2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Был ошо йүнәлештә эште көсәйтеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙыра.
Колонналар залында идарасылар, ғалимдар, эксперттар һәм дин вәкилдәре. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет асыҡ һәм йөкмәткеле диалог майҙансығына әүерелде. Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә үткән йыл айырыуса һөҙөмтәле булды. Фестивалдәр һәм байрамдар күптән инде милли айырмалыҡтарҙан сығып тиҫтәләгән кешене берләштереүсе сараға әйләнде. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә Республика башлығы гранттары ярҙамының роле айырым билдәләнде. 6 йыл эсендә Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды 24 конкурс үткәреп, 900-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле, шул иҫәптән этномәҙәни йүнәлештәге проекттарға ярҙам иткән.
Радий Хәбиров дин әһелдәренең милләт һәм конфессия-ара берҙәмлекте булдырыуҙағы ролен айырым билдәләне. Ысынлап та, Махсус хәрби операция биләмәһенә барып яугирҙар менән аралашып, тыныслыҡ өсөн доғалар ҡылыу ул бик мөһим, тине үҙ сығышында баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Бер аҙна элек Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм донъяның 28 илендә йәшәгән тиҫтәләгән башҡорт милләте вәкилен берләштергән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 30 йыллығы үткәрелде. 6 ҡор, меңдән ашыу сағыу башланғыстар һәм проекттар – былар барыһы ла башҡорт халҡының тупланыуы өсөн ҙур этәргес булып тора. Рус телен һаҡлау буйынса ла байтаҡ эш эшләнә.
Республикала этно-сәйәси хәл дә ыңғай баһалана.
Өфө Рәсәй Исламының, мәғрифәтле, ижади һәм ислам донъяһында бик хөрмәтле, шул уҡ ваҡытта илһөйәрлек йүнәлешле, илебеҙҙең башҡа традицион конфессиялары менән үҙ-ара эш итеүгә көйләнгән исламдың иң мөһим үҙәктәренең береһе булды. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында һәр ваҡыт айырым, әһәмиәтле урын алып тора.







