Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары 25 декабргә әҙер буласаҡ

Был турала Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә әйтелде.
  • Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары 25 декабргә әҙер буласаҡ

Әле төрлө һындар эшләү өсөн һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡырҡыу башланған.

Баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла байрам шыршылары ҡуйылған, яңы йыл иллюминациялары тоҡандырылған. Ә бына фигураларҙы эшләү өсөн кәрәкле ҡалынлыҡта боҙ булмағанлыҡтан ҡаласыҡтарҙы әҙерләү һуңғараҡ ҡалған. Эшселәр аҙна тирәһендә уны атҡарып сығырға вәғәҙәләй.

Ратмир Мәүлиев яңы йыл төнөндә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн йәмәғәт транспорты мәсьәләһен дә алдан хәстәрләргә ҡушты. Байрам саралары уҙған урындарға махсус рейстар ойошторорға ҡарар ителгән.