Өфөлә хәрби ветерандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды

Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалының яңы бинаһын ҡараны. Шулай уҡ махсус хәбри операция ветерандарына дәүләт наградаларын һәм машина асҡыстарын тапшырҙы.
  • Өфөлә хәрби ветерандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды

500 квадрат метр майҙанда урынлашҡан бинаны филиалға 2025 йылдың яҙында тапшырғайнылар. Ремонт башҡарылғандан һуң ул үҙ ишектәрен асты.

2024 йылдың апрелендә «Ватанды Һаҡлаусылар» Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева тән йәрәхәттәре алған махсус хәрби операция ветерандарын ҡул менән идара итеүгә яраҡлаштырылған еңел автомобилдәр менән тәъмин итеү башланғысын еткергәйне. Был тәҡдимде Рәсәй Президенты Владимир Путин хупланы. Бынан һуң Дәүләт думаһы федераль ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләр ҡабул итте. Бөгөнгө сарала 5 ветеран яңы машина асҡыстарын алды, Радий Хәбиров уларға хәйерле, имен юлдар теләп хәҙмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.