Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәре ултырышының көн тәртибенә сығарылған хоҡуҡи араһында ирекмәндәргә бәйлеһе лә булды. Республикала бушлай хоҡуҡи ярҙам алыу хоҡуғына эйә булған граждандар исемлеге киңәйтелә. Дәүләт юридик бюро хеҙмәте менән — ата-әсәләр хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр, шулай уҡ ошо хоҡуҡтары сикләнгәндәр файҙалана ала.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатары ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, субьекттың закондар сығарыу буйынса төп органы конструктив эш алып бара. Депутаттар корпусы үҙ статусын региональ ғына түгел, ә федераль кимәлдә дәлилләй. Быға миҫал, Ҡоролтай ағзалары тәҡдим иткән хоҡуҡи проекттарҙың Дәүләт Думаһы тарафынан айырым тикшерелеүе.
Республика парламенты ултырышында Башҡортостандың алдағы өс йылға бюджеты раҫланды. Беренсе уҡыуҙа ҡараған финанс документ менән сағыштырғанда, өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән бюджет суммалар менән айырыла. Мәҫәлән, республика ҡаҙнаһының киләһе йылға сығымдар һәм килемдәр өлөшө 2,1 миллиард һумға артҡан. 2028-се йылда Башҡортостан бюджеты дефицитһыҙ буласаҡ, ти финанстар министрлығы етәкселеге.







