"Нисек телефон аша шылтыратып алдаған мутлашыусылар менән көрәшергә?"

Владимир Путин Рәсәй халҡына кәңәш бирҙе.
"Нисек телефон аша шылтыратып алдаған мутлашыусылар менән көрәшергә?"
Уның әйтеүенсә, әгәр ҙә шылтыратыусы аҡса, милек йә башҡа финанс мәсьәлә буйынса һорау күтәрә икән, шунда уҡ элемтәне өҙөргә кәрәк. Дәүләт етәксеһе белдереүенсә, телефон мутлашыусылары башҡарған енәйәттәр 7 процентҡа кәмегән һәм уларҙан зыян күләме лә 33 процентҡа аҙайған. Йәғни, халыҡ аңға килә һәм ыңғай үҙгәрештәр бар.
"Әммә, тынысланырға иртә, мутлашыусылар яңынан-яңы ысулдар уйлап таба", — тине Путин.