Башҡортостандан 5-се класс уҡыусыһы "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары"на мөрәжәғәт итеп бүләкле булған

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында белем алыусы малай "теләктәр шыршыһына" ебәреп өлгөрмәгән хатын МАХ мессенджеры аша Президентҡа юллаған.

Эмир Билалов атаһы менән Белорет районындағы Сәрмән ауылына һәм Әбйәлилдәге Ташбулатҡа балыҡҡа йөрөргә яратыуы хаҡында һөйләгән. Хатта балыҡ тотоу өсөн ҡоралдар һораған. Уның мөрәжәғәтенә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты иғтибар итә һәм бур менән спиннинг бүләк иткән.