Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә М-5 «Урал» автомобиль юлының 105-се саҡрымында өс автомобиль ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Һөҙөмтәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. «ВАЗ» автомобилендәге 3 кеше һәм Мазда пассажиры ваҡиға урынында йән бирә. 3 кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, икәүһе реанимацияла тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Авария сәбәптәрен асыҡлау прокуратура контроленә алынған.
Әлшәй районындағы юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән
Әле авария сәбәптәрен тикшереү бара, ул прокуратура контроленә алынған.






