Өфө урамдары яңы йыл тылсымына күмелә

Өфөлә трамвай һәм троллейбус водителдәре үҙҙәренең пассажирҙары өсөн байрам кәйефен булдырырға тотондо.

Улар тимер аттарын биҙәп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә әкиәт геройҙары костюмдарына кейенеп юлға сыға.

Йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙы көн дә Ҡарһылыу ҡаршы алып тормай. Тик әкиәти маршрут өсөн был тәбиғи хәл. Бында Ҡыш бабайҙың ейәнсәре ихлас күңелдән билеттар биреп ҡала халҡына ысын мәғәнәһендә яңы йыл кәйефен бүләк итә. Әкиәт персонажы ролендә кондуктор Жанна Ғимранова 2-се йыл рәттән эшләй.

Ҡар бөртөктәре, сағыу ялтырауыҡтар һәм байрам троллейбусы тәҙрәләре буйлап һикереп китерҙәй булып торған аҡ айғырҙар. Бындай матурлыҡҡа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡаршы битараф ҡала алмай.

Ултырып ҡына бара түгел, ә тимер ат менән идара итә. Ҡыҙыл тун һәм оҙон һаҡал аҫтында һөйкөмлө Екатерина Аликеева йәшеренгән. Ул үҙенең электр транспортын әкиәт донъяһына әүерелдергән.

Усаҡты уратып алған йәшел туҡыма-үткән йылдың символы. 13 метрлыҡ йыланды водитель былтыр үҙе эшләгән, уның оҙонлоғо бөтә троллейбусҡа тиң. Был юлы Екатерина ҡала халҡын һауа тултырылған шарҙары менән хайран ҡалдырырға булған.

Яңы йыл декорын әҙерләү өсөн Екатерина Аликееваға 3 аҙна самаһы ваҡыт китә. Был осраҡта эш ысынлап та ҡәнәғәтлек килтерә һәм кешеләргә тик яҡшы кәйеф бүләк итеү теләген уята.

Иң яҡшы яңы йыл биҙәлеше конкурсында өфөнөң бөтә төр электр транспорты ҡатнашты. Шулай итеп, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә йөрөүсе яңы Pesa трамвайҙары быялаларында ла әкиәт персонаждары пәйҙә булған, тотҡалар төрлө төҫтәр менән балҡый, ә секциялар араһындағы үткәүелдәрҙә сағыу ямғыр яуа.

Ә иң ижади водитель, кондукторҙар етәкселектән аҡсалата премия аласаҡ. Конкурсҡа 25 декабрҙә йомғаҡ яһала, әммә, ҡатнашыусылар әйтеүенсә, маҡсат — еңеү түгел. Иң мөһиме, пассажирҙарға байрам кәйефен булдырыу. Күрәһең, улар был маҡсатҡа ирешә алған.