Бына инде икенсе тапҡыр Өфө халыҡ музыка ҡоралдарының баш ҡалаһна әйләнде. "Уйна, минең баян" конкурсы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм донъяның төрлө илдәренән башҡарыусыларҙы йыйҙы. Улар араһында йәш һәләттәрҙән алып танылған оҫталарға тиклем бар.
12 йәшлек Арсений Карпинский өсөн был сәхәнәлә сығыш яһау беренсегә түгел. Үткән йылдарҙағы конкурс лауреаты булараҡ, ул үҙенең таланты менән тамашасыларҙы һәм профессиональ жюриҙы тағы ла хайран ҡалдырырға ҡарар итә.
Уның йәштәше Эрнест Йосопов өсөн был сәхнәгә сығыуҙы гастролдәр тип атарға мөмкин. Ошо көндәрҙә йәш музыкант оркестр менән сығыш яһаны һәм Һамар халҡының йөрәген яуланы. Баян музыкаһына һөйөү бала сағында уҡ барлыҡҡа килгән.
Йәш башҡарыусылар өсөн был конкурс ҡына түгел, ә уларҙың ижади карьераһындағы тәүге ҙур аҙымдарҙың береһе. Өфөгә Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән ике йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы килде. Улар бер юлы дүрт номинацияла: академик һәм эстрада йүнәлешенән алып халыҡ музыкаһы ансамблдәре составында сығыш яһауға тиклем ижади һәләттәрен һынаны. Конкурс күренекле Өфө музыканты һәм педагогы Владимир Башинский исемен йөрөтә.
Өфө өсөн «Уйна, минең баян» конкурсы ла ижади ярыш ҡына түгел , ә Башҡортостандың илдең мәҙәни тормошоноң үҙәге булыуын раҫлаусы сара.







