Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырға тейеш!

Салауат районынан Максим Шаһиморатов һәм Октябрьский ҡалаһынан Әминә Шәңгәрәева Радий Хәбировта ҡунаҡта булды.
  • Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырға тейеш!

Максим былтыр Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбировтың эш бүлмәһен ҡарарға теләүен белдергәйне.

"Ул саҡта беҙ беренсе тапҡыр күрештек һәм бер йылдан тағы килер, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Максимдың яҙмышы еңел түгел. Сәләмәтлеге менән ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан малай асыҡ һәм изге күңелле булып ҡала. Быйыл ике тапҡыр беҙҙең "Салют" реабилитация үҙәгендә булды. Һәм артабан да уға ярҙам итәсәкбеҙ”, — тип белдерҙе төбәк башлығы.

Әминә Шәңгәрәева ла быйыл Тура бәйләнешкә яҙып ебәргән булған: художество мәктәбе уҡыусыһы Республика көнөнә төшөргән һүрәтен Радий Хәбировҡа бүләк итергә теләгән. Максим һәм Әминә Радий Хәбировҡа үҙҙәре төшөргән һүрәттәрен бүләк иткән. Ә республика етәксеһе иһә Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.