Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың хәләл ефете вафат

Был турала Бөтә Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Мәрхүмәнең рухына доғалар ҡылырға саҡырҙы Тәлғәт Тажетдин. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

"Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың 6 тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәгән тормош иптәше Сания Ғәбдрәүеф ҡыҙының вафаты сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыуымды белдерәм. Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт, ғаиләгеҙгә ҡарата теләктәшлек һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам", — тип яҙа төбәк Башлығы.