Якутияның төнъяҡ өлөшөндә төнөн һауа температураһы -55-кә тиклем етә. Волга буйы федераль округының төнъяғындағы Удмуртия, Пермь крайында -29-ға тиклем төшһә, аҙна аҙағында был субъекттарҙа декабрь рекорды, -40 градус буласаҡ.
Ырымбур, Силәбелә һауа температураһы тейешле норманан 20 градусҡа түбән. Антициклон Башҡортостанды ла урап үтмәй. Республикала алдағы төндә, аяҙытҡанда -36 градусҡа тиклем һыуыта. Кесаҙна көндөҙ 20-25 градус һалҡын, айырым райондарҙа минус 30 самаһы була.







