Өфөлә МХО яугирҙарының балалары өсөн Яңы йыл шыршыһы ойошторолдо

Программа ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, йыр-бейеү һәм әкиәт тамашалары менән оҙатылып барҙы.

Балалар Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләктәр һораған? Ошо хаҡта сираттағы репортаж.

Матур күлдәк, бант һәм яҡшы кәйеф. Рената Насирова Яңы йыл шыршыһына йыйына. Ҡыш бабайға әлегә хат яҙмаған, әммә ниндәй бүләк һорарын ул төҫмөрләп ҡуйған.

Ренатаны байрамда төрлө мөғжизә көтә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләһе булараҡ саҡырылған. Ҡыҙ өсөн атаһы һәр ваҡыт герой булып ҡаласаҡ. Тимур Насиров алғы һыҙыҡта һөжүмгә барғанда ҡаһармандарса һәләк булған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте ҙур байрам ойошторҙо. Нур театрының фойеһында Ҡыш бабай менән шыршы тирәләй бейенеләр һәм үҙ теләк-хыялдарын әйттеләр.

Сараға килгән балаларҙың күбеһенең аталары әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла. Яугирҙар Яңы йылды фронтта ҡаршы аласаҡ. Улар ризыҡ һәм башҡа әйберҙәргә мохтаж булмаһын өсөн район хакимиәте байрам алдынан бер-нисә гуманитар ылау оҙатҡан.

Байрам сараларынан һуң балалар “Йондоҙло малай” спектаклен ҡараны. Әммә, Яңы йылға арналған программа бының менән генә сикләнмәй. Һәр ғаиләнең йортонда матур, мөғжизәле һәм йылы атмосфера булдырырға тырышалар. Балаларҙы өйҙәрендә лә бүләктәр көтә.