Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеүгә 32 йыл

Республиканың төп хоҡуҡи документы 1993 йылдың тап 24-се декабрендә ғәмәлгә индерелде.

Ул төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен һәм ижтимағи-сәйәси нигеҙен булдырыусы закон. Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеү дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнаны. Ул республикабыҙҙа йәмғиәттең һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙ принциптарын нығытты, оҙайлы ваҡытҡа иҡтисади һәм социаль үҫештең өҫтөнлөктәрен формалаштырҙы. 3 тиҫтә йылдан ашыу элек ҡабул ителгән документ ата-бабаларыбыҙ мираҫы, телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ, халыҡтар дуҫлығы, хоҡуҡ һәм граждандар мәнфәғәтен һаҡлауҙың төп нигеҙе.